top of page

= Алтынсы ҡоролтайҙан һуң башҡорт халҡына хат =

بسم الله الرحمان الرحيم
السلام عليكم ورحمة الله وبركاته
Һаумы, халҡым.

= Алтынсы ҡоролтайҙан һуң башҡорт халҡына хат =

"Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын" үткәреп ебәрҙең. Нисек, үҙеңә оҡшанымы? Ҡоролтайыңдың айырым өҙөктәрен видео аша ҡараһаҡ, күп кешеләрҙең йөҙөндә ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ күренә, әллә күңелеңә шом һалған берәй сәбәп бармы? Әллә, киреһенсә, ошо ҡоролтайҙан һәм дөйөм хәлдән тик яҡшы нәмә генә табаһыңмы?


Белмәйем, бына мин шатланырлыҡ нәмә тапмайым. Үткән ҡоролтайыңдың ҡарарын (резолюция) уҡып сыҡҡас, был уй тағы ла нығынды. Ас та узең күҙ йүгертеп сыҡ: һигеҙ тәҡдимдең өсө — әлеге лә баяғы һуғышҡа ебәреү, бише — телде һаҡлау, йә сауҙа, йә спорт... МХО тип "шыяланып" күрһәтелгән һуғышҡа килгәндә, уның турала 70 тапҡыр аңлатылды инде: ул "операциянан" башҡорттарға бер генә грам файҙа ла юҡ. Биләриттең Сәрмәненән һигеҙ кеше, Учалының Сәфәренән дә һигеҙ кеше — Путин саҡыра тип һеҙ ауылығыҙ менән ҡырылырға булдығыҙмы әллә? Ғүмере күҙгә лә күрмәгән украиндар менән һуғышып. (Әллә шул хәтлем аҡса етмәйме — улай тиһәң, башҡорттар аҡса өсөн түгел, ғәҙеллек өсөн һуғыша тип көнө-төнө һөйләй БСТ-ғыҙ). Бик үк саҡырып ятҡастар, ниңә үҙҙәре бармай шул һуғышҡа — уйлап ҡарағаның булдымы? Андрей Назаровтың улы бар, мәҫәлән — барырмы икән һуғышҡа? Һаман шул ауыл егеттәре китәсәк бит инде. Берәй нисек ҡыҙыҡ өсөн генә белешеп ҡарағыҙ — алыр аҡсаларын да алмаған "яугирҙар" әҙме? Шул да йәнде ныҡ көйҙөрә: һуғышҡа тип һеҙҙең балаларығыҙҙы йыйған бәндәләргә иғтибар итегеҙ әле. Шундайҙарҙың береһен мин шәхсән беләм, мәҫәлән. Ул әпкәләйҙән ғүмере лә патриотизм хәбәрҙәрен ишеткән булманы, ә һуғыш башланып киткәйне, Донбасс өсөн ҡайғырыуҙан башы сыҡмай "бахырҙың". Ләкин нисектер үҙе ул яҡҡа ҡабаланмай бит әле. Йөҙ килалыҡ кәүҙәһен фотоға төшөрөп һала ла, "яугирҙар ғаиләләренә ярҙам!", "яугирҙарҙы оҙаттыҡ!" тип "ҡайғырып" тик йөрөй.


Ярай. Тел. Ҡоролтайың башҡорт телен үҫтереүгә нисек булышлыҡ итәсәк? Был һорауға яуап көн кеүек асыҡ. Ҡоролтайҙар элек тә үтеп торҙо, быныһы алтынсы. "Телде һаҡлар кәрәк, үҫтерер кәрәк!" тип һөйләмәгән берәй ҡоролтай булдымы? Беҙ һөйләп торабыҙ, тел үлеп бөтөп бара. Сығыш яһағандарҙың нисәүе саф башҡорт телендә (дәүләт телендә!) сығыш яһаны? Урыҫ телендә сығыш яһаған "эшмәкәрҙәргә" башҡорт телен үҫтергәне өсөн (!) бүләк бирергә онотмағанһығыҙҙыр тағы.


Элекке заманда булған кеүек, бөгөн дә һеҙҙе "сит ил дошмандары" менән ҡурҡытырҙар, әлбиттә. Ләкин башҡорт халҡының ысын дошмандары һеҙҙең менән бер рәттә, бәлки бер ултырғыс аша ғына ултыралыр. Дөйөм алғанда, үҙенә күрә бер оло "deja vu" инде: совет осорондағы йыйылыштарҙан бер миллиметр ҙа айырылмай: алдан теркәлгән кешеләр тикшерелгән телмәрҙәрен сығып һөйләй ҙә, бөтөн зал сәпәкәй саба, шунан алдан уҡ яҙылған ҡарарҙарҙы "ҡабул" итеп ҡуяһың. Берәй көн был фарс та юҡҡа сығыр — быға беҙ ныҡ ышанабыҙ. Ышанабыҙ, сөнки һин, башҡорт, әллә нисә империяның йыназаһын уҡып ҡайттың: монголдарҙың да, царь Русияһының да, СССР-ҙың да. Ҡөрьәндә әйтелгәнсә,

هَلْ تُحِسُّ مِنْهُم مِّنْ أَحَدٍ أَوْ تَسْمَعُ لَهُمْ رِكْزًا


«... Уларҙан ҡалған берәй нәмә һиҙәһеңме, йә исмаһам тауыштары сығамы?». (19-98).

bottom of page